otdkult

Материнское сердце

❗❗❗Һөйөнсө! Ҡәҙерле балалар, ата-әсәйҙәр, олатай – өләсәйҙәр!
Бишек йырҙарын көйләүсе моңло йәндәр һәм үҙ ҡулдары менән бишек эшләүсе оҫталар!
«Тамыр» телеканалы «Әсә йөрәге» әсәләр советы төбәк ойошмаһы менән берлектә Һеҙҙе «БИШЕК» бәйгеһендә ҡатнашырға саҡыра!

💖Конкурс өс номинацияла үтә:
1. Бала башҡарған бишек йыры
2. Бала һәм өлкән кеше башҡарған бишек йыры
3. Бишек эшләү оҫтаһы

💖Бының өсөн:
1. Документ итеп айырым беркетелгән ғариза;
2. Беренсе һәм икенсе номинацияла ҡатнашҡандар тере тауышта башҡарылған йырҙың видеоһын, ә өсөнсө номинацияла ҡатнашҡандар оҫтаның үҙбишеге менән төшкән фотоһы һәм айырым бишек фотоларын беркетеп, «Бәйләнештә» селтәрендәге «БИШЕК» төркөмөнә vk.com/bishek_tamir шәхси хәбәр итеп ебәрергә тейеш.

Онотолоп барған боронғо бишек йырҙарын яңынан тергеҙеп, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын киләсәк быуындарға еткерәйек, туған телебеҙҙе үҫтерәйек!
💖Балаларыбыҙға донъя ишектәрен шар асайыҡ, рухтарын нығытайыҡ!

❗Проект Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан башлығы грантына башҡарыла

Ғаризалар 7 августҡа тиклем генә ҡабул ителә! Ашығығыҙ!
#Бишек #Тамыр #БСТ
#ФСГОРБ #Материнскоесердце

Колличество просмотров статьи: 0